Яңы йыл – ул балаларҙың иң яратҡан байрамы. Кескәйҙәр уны түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Улар был байрамды ниндәйҙер тылсымлы көскә эйә тип, мөғжизәгә өмөт итә. Әммә уларҙың иң көткәне барыбер Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙыр. Уларһыҙ Яңы йыл буламы ни?! Юҡ, әлбиттә.

 51 – се башҡорт балалар баҡсаһында «Яңы йыл мажаралар» иртәлеге үтте. Был байрамға ҡунаҡҡа Мәскәй әбей,  Шүрәле, Ҡарһылыу, Юлбарыҫтар, Ҡыш бабай килде. Балалар  шыршы тирәләй түңәрәктә йырлап - бейеп күңел астылар, йыл символы - юлбарыҫ менән «Шаян юлбарыҫтар» бейеүен бейенеләр. 40 – сы башҡорт балалар баҡсаһы кескәйҙәре ҡупшыҡай шыршы, Ҡарһылыу, төрлө-төрлө әкиәт геройҙары, тылсымла Фея менән мөғжизәле әкиәт донъяһына сәйәхәткә барҙылар. 75 – се башҡорт балалар баҡсаһында ла шаулап-гөрләп иртәлектәр үтте. Тамашаға бәләкәстәр етди әҙерләнгәндәр ине: сағыу битлектәр кейеп, төрлө геройҙар костюмдарында байрамға килделәр. Балалар үҙҙәренең шиғырҙары, йырҙары менән Ҡыш бабайҙы һөйөндөрөп, уның күстәнәстәре менән һыйландылар.

Байрам барыһының да күңеленә хуш килде.