23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө. Тыуған илде һаҡлау, уның күк йөҙө һәр саҡ тыныс булһын өсөн һаҡта тороу - һәр ваҡыт маҡтауға һәм айырым хөрмәткә лайыҡ.

40-сы башҡорт балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөндә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған «Йәгеҙ әле, малайҙар!» - тип аталған музыкаль - спорт ярышы ойошторолдо. Балалар төрлө спорт ярыштарында үҙҙәренең етеҙлеген, сослоғон күрһәттеләр, йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп был сараны тағы ла йәмләп ебәрҙеләр. 102-се балалар баҡсаһында «Батыр егет-ил күрке» тематик көнө үтһә, ә 51-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре атай, ағай, олатайҙарына бүләккә байрам открыткалары эшләнеләр. 75-се башҡорт балалар баҡсаһы кескәйҙәре лә был байрамдан ситтә ҡалманы. Улар хәрби-патриотик йырҙар йырланылар, хәрби эстафетала көс һынашып, үҙҙәренең етеҙ, ҡыйыу һәм сос икәнлеген иҫбатланылар.