3 декабрь «48-се башҡорт лицейы»нда ҡала кимәлендә «Түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Был сарала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө ҡалаһы, Орджоникидзе районы мәғариф идаралыҡтары,ҡаланың милли белем биреү учреждениелары директор урынбаҫарҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмә етәкселәре ҡатнашты. Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы «Китап» нәшриәте һәм «Дан музейы» тарафынан ойошторолған күргәҙмә ҡаршы алды. Уҡыусылар әҙерләгән концерт номерҙары сараға башҡорт рухы өҫтәне, күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе.

Ошондай юғары нотала «Түңәрәк өҫтәл» башланып китте. Лицей директоры Оксана Нурғәли ҡыҙы лицей ҡаҙаныштары, уҡытыусылар коллективы менән таныштырып үтте.

Кәңәшмә көнүҙәк актуаль проблемаларҙы күтәреп сыҡты. «М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты»ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Вадим Зәйнулла улы «Милли мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыуҙы популярлаштырыу» идеяларын яҡтыртып үтте. Артабан һүҙҙе тәжрибәле уҡытыусылар алды. «Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназия»һы уҡытыусыһы Әлфирә Әнүәр ҡыҙы «Рус кластарында белем алыусы башҡорт милләтле балаларҙы туған башҡорт телен уҡытыуға йәлеп итеү»; «Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназия»һы уҡытыусыһы Эльмира Салауат ҡыҙы «Ижади шәхес тәрбиәләү – заман талабы»; «М.Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы» уҡытыусыһы Миңдиниса Әхәт ҡыҙы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың коммуникатив компетентлығын үҫтереү», ә «48-се башҡорт лицейы» уҡытыусыһы Гөлсинә Мөхәмәҙинур ҡыҙы «Ҡала шарттарында тәрбиәләнгән балаларға башҡорт теле һәм әҙәбәтен уҡытыуҙа барлыҡҡа килгән проблемалар», ошо уҡ лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлгөнә Ишбулды ҡыҙы «Башҡорт телендә мәктәптән тыш эшмәкәрлек программалырын төҙөүҙә барлыҡҡа килгән ауырлыҡтар» тураһында һөйләп үттеләр. Һөйләшеү бик ҡыҙыу барҙы, проблемаларҙы сисеү юлдары эҙләнде. Милли мәктәптәр берлегендә «Мәктәптән тыш эшмәкәрлек» программаһына тап килгән «Етегән шишмә» исемле ҡулланма туплау һәм баҫтырып сығарыу, төрлө йүнәлешле эшмәкәрлек талап иткән киң ҡулланышлы резолюция ҡабул ителде. Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының баш белгесе Рәсим Раил улы Солтангәрәев һәм «48 - се башҡорт лицейы»ның фәнни – методик эштәр буйынса директор урынбаҫары Зөһрә Ғәли ҡыҙы Сәхибгәрәева йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһанылар.