Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

«Аҡбуҙат» 75-се башҡорт балалар баҡсаһында «Минең Тыуған илкәйем» темаһына ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге үтте. Дәрес барышында тәрбиәләнеүселәр Тыуған ил, республика, ҡала, район атамаларын иҫтәренә төшөрҙөләр, милли кейем өлгөләре менән яҡыныраҡ таныштылар. Был дәрестең төп маҡсаты: тыуған республикабыҙ, халҡы һәм теле тураһында белемдәрен киңәйтеү; Тыуған илгә, халҡыбыҙға, башҡорт теленә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Дәрес бик йәнле һәм йәмле уҙҙы. Бигерәк тә башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында мәғлүмәт балаларҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Тәрбиәләнеүселәргә бик оҡшаны, үҙҙәренең эштәренән бик ҡәнәғәт ҡалдылар.

Еще фотографии

basgov1.jpg.png