Меню
Главная » Пресс-центр » Новости » 

Конкурстың маҡсаты – һәләтле балаларҙы һәм педагогтарҙы асыҡлау, уларҙың нәфис һүҙ оҫталығын үҫтереү һәм тыуған телгә, мәҙәниәткә һөйөү уятыу. «Илһам» нәфис һүҙ оҫталығы конкурсы 2006 йылдан алып ойошторлола һәм беҙҙең традицион байрамға әйләнде. Конкурсты барлыҡ белем биреү ойошмалары ла көтөп ала, ентекле әҙерләнә. Конкурстың иң бәләкәс ҡатнашыусылары быйыл да һынатманы. Улар Шәйехзада Бабичтың, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ижадынан төрлө шиғырҙарҙы яттан һөйләне. Башҡорт шағирҙарының Тыуған илгә арналған әҫәрҙәренә балалар өҫтөнлөк бирҙе. Сығыштар бик үҙенсәлекле һәм башҡорт, рус, татар, украин телдәрендә яңғыраны. Жюри ағзалары һәр ҡатнашыусының сығышын иғтибар менән тыңлап, уларҙың тасуири һөйләү оҫталығын, ижади һәләтен баһаланы. «Илһам»дың иң-иңдәре район исемен ҡала кимәлендә данлаясаҡ.



Еще фотографии

basgov1.jpg.png