Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, шағирә Зөлфиә Ханнанова менән “Шиғриәттә халҡым тарихы” тип аталған осрашыу үтте. Был сара Башҡортостан Яҙыусылар союзының Башҡортотан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә "Тарих яҙыр инем ташына" тигән   Республика әҙәби марафонын лайыҡлы ҡабул итеү булды.

Осрашыуға марафондың кураторы, Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Рәшит улы Ғәниев, Киров районы хакимиәте Мәғариф бүлеге начальнигы Лина Сагман ҡыҙы Ниғмәтуллина, Киров районы мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары килде.

Уҡыусыларҙың аһәңле итеп шиғыр һөйләүе барыһына ла оҡшаны. Зөлфиә Миндебай ҡыҙы уларға ихлас рәхмәтен белдерҙе, үҙе лә шиғри күстәнәстәрен бүләк итте. Милләт тарихы, киләсәк быуынға ышаныс тураһанда бик көслө фекерҙәрен еткерҙе. Уҡыусылар өсөн дә, килгән ҡунаҡтар өсөн дә бик фәһемле булған бындай әҙәби осрашыуҙар гимназияла артабан да дауам итәсәк.

Еще фотографии