Тәбиғәттең иң аҫыл, иң матур миҙгелендә, баҡсалағы уңыштарҙы йыйып алғандан һуң 221 – се башҡорт балалар баҡсаһында күптән традицияға әйләнгән - Уңыш байрамы үтте. Кемдер емеш-еләктән ҡайнатмалар, кемдер ҡамыр аҙыҡтары, кемдер ҡул эштәре менән шөғөлләнде. Йәрминкә көнөндә балалар, ата-әсәләр өҫтәлдәргә нимәләр генә ҡуйманы! Аш-һыуҙан тыш, күҙҙең яуын алып торған ҡул эштәре, уйынсыҡтар, китаптар…
        Оҫтабикә мөйөшө лә гөрләп торҙо. Басырова Илиза Әхмәтғәли ҡыҙы, Исмәғилова Найра Самат ҡыҙы селтәр эшләү серҙәрен сисһәләр, Лоҡманова Алина Юрис ҡыҙы ҡағыҙҙан эшләнгән алъяпҡыстарҙы йүрмәп сигеү биҙәктәре менән аппликация ярҙамында өйрәтте.

Байрамға килгән ата- әсәйҙәр, ҡунаҡтар һәм балалар саранан күңелдәренә дәрт алып, көләс йөҙ менән таралыштылар.

 

Еще фотографии