Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө уңайынан 158-се гимназияла төрлө әҙәби саралар, класс сәғәттәре, дәрестәр үтә.

Бөгөн Мостай Кәрим музей-кабинетында 4-се класс уҡыусылары өсөн экскурсия ойошторолдо. Уларға әҙиптең тормошо һәм ижады тураһында 9-сы класс уҡыусыһы Иҫәнтәева Сулпан һөйләне. Мостай Кәримгә арналған презентация, уның әҫәрҙәренә иллюстрациялар барыһына ла оҡшаны. Үҙҙәре лә бик матур итеп шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе.

Был традицияны артабан дауам итәбеҙ һәм халыҡ шағирына арналған гимназия музейында башланғыс кластарҙы көтөп ҡалабыҙ!

В честь дня рождения башкирского народного поэта, писателя и драматурга Мустая Карима в гимназии № 158 были организованы различные мероприятия, классные часы, нетрадиционные уроки.

Для обучающихся 4-х классов была организована экскурсия в музей-кабинет Мустая Карима. Жизнью и творчеством их ознакомила Исянтаева Сулпан, обучающаяся 9-го класса. Всем понравилась презентация и иллюстрации на произведения поэта. Сами обучающиеся выразительно рассказывали стихотворения башкирского поэта.

Традицию посещения музея-кабинета продолжаем и ждем учеников младших классов.