В Гимназии №86 и Башкирском детском саду №102 прошел районный этап городского конкурса юных исполнителей сказок народов мира на башкирском языке «Һаумы, һаумы, әкиәт! » («Здравствуй, здравствуй, сказка!»).

В конкурсе приняли участие 19 воспитанников дошкольных образовательных учреждений, 17 обучающихся общеобразовательных учреждений, 11 фольклорных коллективов и 2 семейных коллектива.

Конкурс проводился по номинациям: «Исполнение сольного номера», «Инсценирование сказки фольклорным коллективом», «Семейное инсценирование сказки», «Мультипликационный и анимационный фильм», конкурс авторских сказок «Юные сказочники», конкурс рисунков «Сказка – сокровищница народной мудрости». Особую активность дети проявили в номинации «Исполнение сольного номера». Участники конкурса хорошо подготовились, подобрали соответствующие костюмы, музыку, даже продемонстрировали игру на курае. Среди конкурсантов были и самые юные, только пробующие свои силы на сцене, и уже опытные исполнители сказок.

Данный конкурс проводится ежегодно в целях возрождения и развития школы исполнителей-сказочников, сохранения и распространения лучших образцов народного творчества народов мира, развития поэтического и импровизаторского таланта обучающихся.

 

Әкиәт – халыҡ ижадының киң таралған жанры. Ололар ҙа, кеселәр ҙә әкиәт тыңларға әүәҫ. Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай…, тигән һүҙҙәр беҙҙе тылсымлы әкиәт донъяһына алып инеп китә.

Райондың 86-сы гимназияһы менән 102-се башҡорт балалар баҡсаһында ун өсөнсө тапҡыр «Һаумы, һаумы, әкиәт!» әкиәт һөйләүселәр конкурсы булып үтте. Конкурстың маҡсаты: халыҡ әкиәттәре аша йәш быуында мәҙәни һәм матди булмаған мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һәләтле балаларҙы асыҡлау, халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереү, халыҡ ижадының иң таралған төрө – әкиәттәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Конкурста төрлө номинациялар ҡаралғайны: әкиәтте яңғыҙ һөйләү, сәхнәләштереү, ғаилә менән һөйләү, мультфильм төшөрөү, йәш әкиәт ижад итеүселәр конкурсы һәм һүрәттәр конкурсы. Бәйгелә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Улар тырышып әҙерләнгәндәр, костюдар, музыка һайлағандар. Әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр номинацияһында 48-се башҡорт лицейы уҡыусыһы менән 102-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе танылды. Әкиәтте сәхнәләштереү буйынса 36-сы мәктәп һәм 102-се башҡорт балалар баҡсаһы алға сыҡты. Ғаилә менән сығыш яһаусылар араһында Хәсәновтар, Ҡыуандыҡовтар ғаиләләре урын яуланы. 1-се, 2-се урын яулап, ҡала этабына сыҡҡан уҡыусыларға, ғаиләләргә алдағы сығыштарында уңыштар теләйбеҙ.